title large_stringlengths 1 111 ⌀ | text large_stringlengths 21 2.48k | char_len int64 21 2.48k |
|---|---|---|
Башҡортостан | Башҡортостан Республикаһы шулай уҡ Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына ярашлы, үҙаллы демократик дәүләт. | 149 |
Башҡортостан | Шураның ҡарары III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫлана (1917, 8 декабрь). | 78 |
Башҡортостан | 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү» нигеҙендә, Башҡорт Совет Республикаһын иғлан ителә. | 170 |
Башҡортостан | 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. | 95 |
Башҡортостан | 1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай. | 69 |
Башҡортостан | Республика Халыҡ-ара төрки халыҡтар мәҙәниәте һәм сәнғәте ойошмаһы — ТӨРКСОЙ-ҙың тулы хоҡуҡлы ағзаһы. | 101 |
Башҡортостан | Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. | 118 |
Башҡортостан | Башҡортостан Республикаһы Башлығы — Башҡортостан Республикаһының башлығы һәм Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе. | 131 |
Башҡортостан | Башҡортостан Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Башҡортостан Конституцияһы менән билдәләнгән. | 86 |
Башҡортостан | Башҡортостан юғары суды, Рәсәйҙең юғары судының түбәнге инстанция суды. | 71 |
Башҡортостан | Башҡортостан арбитраж суды, Рәсәйҙең юғары судының түбәнге инстанция суды. | 74 |
Башҡортостан | Башҡортостан Парламенты — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бер палатаһынан торған закондар сығарыу органы. | 126 |
Башҡортостан | Халыҡ һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында — етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. | 113 |
Башҡортостан | 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда 4 104 336 кеше йәшәй. | 96 |
Башҡортостан | 2019 йылда Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды һәм Милли спорт премияһына лайыҡ булды. | 123 |
Республика | Йөмһүриәт — әл-джүмһүриәт, башҡортса йөмһүриәт тип әйтелә, һүҙ республика мәғәнәһендә ҡулланыла. | 97 |
Республика | Октябрь революцияһынан һуң Башҡортостан автономияһы иғлан ителгәс, уны күпмелер ваҡыт Башҡортостан Йөмһүриәте тип атап йөрөтәләр. | 129 |
Республика | Урта быуат Төньяҡ Италияла ҡайһы бер ҡала-дәүләттәр идара итеү формаһы буйынса йә коммуна, йә синьориялар булып тора. | 117 |
Республика | Урта быуат авторҙары ирекле граждандарҙы тасуирлау өсөн Libertas Populi — ирекле кешеләр терминын ҡуллана. | 106 |
Республика | Монархияға ҡарамаған дәүләттәрҙе тасуирлау өсөн авторҙар, шул иҫәптән Леонардо Бруни, «республика» латин фразаһын ҡулланыуға индерә. | 132 |
Республика | Хәҙерге ваҡытта «республика» термины йышыраҡ үҙ власын тәхеткә вариҫлыҡ итеү йәки илаһи хоҡуҡ кеүек башҡа нигеҙҙә түгел, ә халыҡтан алған идара итеү формаһын аңлата. | 165 |
Республика | Күпселек контекстарҙа был төшөнсә республиканың төп билдәләмәһе булып ҡала. | 75 |
Республика | Бөгөнгө көндә донъяның күпселек илдәрен республикалар тәшкил итә. | 65 |
Республика | Элек республиканың формалары бик күп төрлө булған, шуға күрә уларҙың барыһын да бер килешле билдәләмә менән аңлатыу бик ауыр. | 125 |
Республика | Мәҙәниәттең башланғыс стадияһында барлыҡҡа килгән һәм дәүләттәр тип аталырға мөмкин булған ижтимағи тормош монархия һәм республика элементтарының тулы ҡатнашмаһын кәүҙәләндерә. | 176 |
Республика | Ғәҙәттә бындай дәүләттәр монархия тип һанала, әммә ысынбарлыҡта халыҡ йыйылышының ҡеүәте һәм уның дәүләт башлығын һайлауға йоғонтоһо шул тиклем ҙур, ә монархтың роле шул тиклем сикләнгән булғанға күрә, бындай номенклатура бөтөнләй ирекле булып күренә. | 251 |
Республика | Боронғо республикалар (грек һәм рим) ике төрлө була, улар бер-береһенән шул тиклем айырылып тора, шуға күрә хатта дәүләттәрҙең беренсе фәнни классификацияһын төҙөүсе Аристотель уларҙы өсөнсө монархия менән бер рәттән айырым үҙ аллы дәүләт формалары итеп билдәләй. | 263 |
Республика | Был ике форма — аристократия һәм демократия; улар эргәһендә олигархия, Аристотель фекеренсә — аристократияның дегенерация формаһы, үҙаллы әһәмиәткә эйә була. | 157 |
Республика | Дәүләт хоҡуғы буйынса рим яҙыусылары (Полибий) шулай уҡ республика менән монархия араһында сик ҡуймайҙар, ә төҙәтелгән Аристотель классификацияһын ҡулланған, ә ябай телдә республика һүҙе дәүләт тигәнде аңлатҡан. | 211 |
Республика | Демократик республикаларҙа суверенитет халыҡтыҡы була, йәғни гражданлыҡ хоҡуғына эйә булған бөтә ирекле ир-ат граждандарыныҡы; юғары закондар сығарыу һәм контролдә тотоусы власть дәүләттең бөтә мөһим чиновниктарын һайлаған бөтә халыҡ йыйылышы ҡулында була; асылда, бындай шарттарҙа власты халыҡты үҙ артынан эйәртә белгә... | 368 |
Республика | Аристократияла һәм олигархияла власть өҫтөнлөклө ҡатлам ҡулында була. | 69 |
Республика | Демократик республикаларҙың да, аристократик республикаларҙың да камил саф формалары булмаған; грек һәм рим республикалары тарихында ҡаты көрәш алып барған дәүләттәр була; башта аристократия өҫтөнлөк итә, унда демократик элемент ҙур әһәмиәткә эйә була башлай. | 259 |
Республика | Антиклыҡтың республика системаһы ҡоролошона, атап әйткәндә, хәҙерге заман республикаларынан ҡырҡа айырылып торған түбәндәге өс һыҙат хас:. | 138 |
Республика | Дәүләт мәнфәғәттәре шәхестең хоҡуҡтарынан юғары булған. | 55 |
Республика | Хатта иң ирекле һәм демократик грек полистарында ла шәхси азатлыҡ сикле була, дәүләттең кеше шәхесенә дәғүәләре бик ҙур була; халыҡ йыйылышы ағзаһы булараҡ, шәхес хаким булған, әммә үҙе бер ниндәй ҙә айырылғыһыҙ хоҡуҡтар менән файҙаланмаған. | 241 |
Республика | Боронғо республикаларҙа дәүләт эштәре бөтә граждандар йыйылышында хәл ителгән. | 78 |
Республика | Тик ҡайһы бер швейцария общиналары йәки кантондары. | 51 |
Республика | Был республикаларҙан әлегә тиклем Швейцария конфедерацияһында берләшкән Швейцария кантондары ғына үҙҙәренең республика ҡоролошон һаҡлап ҡалған һәм бер бәләкәй генә ил [Сан-Марино](301 йылдан). | 192 |
Республика | Урта быуаттарҙа хәҙерге Рәсәй территорияһында Новгород Республикаһы, Псков Республикаһы һәм Вятка ере булған, унда төп власть вече булған, һәм был ерҙәр Мәскәүгә ҡушылғанға тиклем вече йәшәү рәүеше булған. | 205 |
Республика | Бөйөк революциянан һуң Франция беренсе тапҡыр республикаға әйләнә, шунан һуң күпмелер ваҡытҡа идара итеүҙең монархия формаһы тергеҙелә. | 135 |
Республика | Наполеон осоронда еңеүселәр Европаның бик күп боронғо республикаларын, шул иҫәптән Венеция, Генуя, Нидерландты юҡ итә. | 118 |
Республика | Европанан ситтә наполеон һуғыштары Латин Америкаһы дәүләттәренә бойондороҡһоҙлоҡ алырға мөмкинлек биргәнлектән, республикаларҙың тағы бер төркөмө ойошторола. | 157 |
Республика | Республикалар төрө дәүләт власы нисек тормошҡа ашырылыуға ҡарап, дәүләттәге хоҡуҡи мөнәсәбәттәр субъекттарының ҡайһыһына (президент йәки парламентҡа) күберәк власть бирелеүгә ҡарап биләләнә. | 190 |
Республика | Парламент республикаһы, унда иң күп власть — парламентта. | 57 |
Республика | Парламент хөкүмәтте булдыра, һайлауҙарҙа еңгән партия вәкиле премьер-министр итеп тәғәйенләнә. | 94 |
Республика | Президент республикаһында президент власть тармаҡтары араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләй, хәрби көстәр башлығы (верховный главнокомандующий), илде халыҡ-ара сәйәсәттә кәүҙәләндерә, хөкүмәтте булдыра, парламентҡа закон проекттарын тәҡдим итә. | 237 |
Республика | Ҡатнаш республика (ярым президент республикаһы) — көслө президент власы менән парламент контроле аҫтында эшләүсе хөкүмәт бер үк ваҡытта йәшәй. | 142 |
Республика | Төрлө илдәрҙә ярым президент республикаһы төрлөсә. | 50 |
Республика | Төп үҙенсәлеге—хөкүмәттең президент һәм парламент алдында яуаплы булыуы. | 72 |
Республика | Бынан тыш тағы ошондай республикалар була:. | 43 |
Республика | Совет республикаһы — был республикала идара итеүҙең нигеҙен һайланған дәүләт органдары— Советтар тәшкил итә. | 108 |
Республика | Республика демократик үҙәкләштереү принцибына таяна, властарҙы бүлеү инҡар ителә. | 81 |
Республика | Советтарҙың эшмәкәрлеге парламент сессияларында бара, уларҙың даими эшләгән органдары- президиумдар һәм башҡарма комитеттар. | 124 |
Республика | Депутаттар, әгәр башҡарма комитеттар һәм президиумға инмәһә, үҙ эшенән азат ителмәй. | 84 |
Республика | Был типтағы республика башта 1917 йылда Совет Рәсәйендә тыуа, һуңыраҡ тағы бер нисә социалистик илдә булдырыла. | 111 |
Республика | Коммунистик режимдар ҡолатылғас, совет республикалары урынына ғәҙәттәге республикалар булдырыла. | 96 |
Республика | Халыҡ республикаһы — ҡайһы бер илдәрҙә дәүләт исеме. | 52 |
Республика | 1917—1920 йылдарҙа был термин элекке Рәсәй империяһы һәм Австро-Венгрия биләмәләрендә бер аҙ ваҡыт йәшәп өлгөргән республикалар (мәҫәлән, Белоруссия, Украинала һ. б). | 166 |
Республика | 1920 йылдарҙа Советтар Союзы яҡлы Монгол Халыҡ Республикаһы, Тува Халыҡ Республикаһы. | 85 |
Республика | 1920—1924 йылдарҙа Урта Азияла Бохара һәм Хорезм Халыҡ Республикалары була. | 75 |
Республика | 1945 йылдан һуң «Халыҡ республика»һы исеме Көнсығыш Европалағы дәүләттәргә бирелә. | 82 |
Республика | Аристократия республикаһы — был республикаһы формаһы булғанда дәүләт власы бер һайлауҙарҙан икенсе һайлауҙарға тиклем аҙсылыҡ ҡулында була. | 139 |
Республика | Ислам республикаһы — Яҡын Көнсығышта таралған теократия йәки уға яҡын торған дәүләт ҡоролошо формаһы (мәҫәлән, Иранда дәүләтте мосолмандарҙың башлығы етәкләй). | 159 |
Республика | Федератив республикала федераль үҙәк менән республикаларҙағы дәүләт органдары араһында вәкәләттәр бүленгән. | 107 |
Республика | Унда дөйөм эштәр, ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни эштәргә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралған. | 84 |
Республика | Туранан-тура демократияның тарихи формаһы, бигерәк тә Новгород һәм Псков республикаларында оҙаҡ һаҡланған. | 106 |
Тарих | Был өлкәлә эшләүсе ғалимдарҙы тарихсылар тип атайҙар. | 53 |
Тарих | Тарыраҡ мәғәнәлә «тарих» — ваҡиғаларҙың, тарихи процесстың эҙмә-эҙлеклелеген асыҡлау, һүрәтләнгән сараларҙың объективлығын билдәләү һәм ваҡиғаларҙың сәбәбенә һәҙөмтә эшләү өсөн үткәндәр тураһындағы һәр сығанаҡты өйрәнеүсе фән. | 226 |
Тарих | Тарих» һүҙенең тәүге мәғәнәһе «һорашыу», белешеү, «асыҡлау» кеүек Боронғо Греция терминдарына барып тоташа. | 107 |
Тарих | Тарих факттар һәм ваҡиғаларҙың ысынлығы һәм дөрөҫлөгөн асыҡлау менән тиңләштерелә. | 82 |
Тарих | Боронғо Рим тарихнамәһендә (тарихнәмә хәҙерге мәғәнәлә — тарих фәнен, уның тарихын өйрәнеүсе тармаҡ) был һүҙ белешеү алымын йә ысулын түгел, ә үткән ваҡиғалар хаҡында һөйләү, хикәйәләүҙе аңлатҡан. | 196 |
Тарих | Артабан ысынбарлыҡта булған йәки уйлап сығарылған ниндәйҙер хәл-ваҡиға тураһында һөйләүҙе «тарих» тип атай башлағандар. | 119 |
Тарих | Теге йәки был мәҙәниәттә популяр булған, ләкин башҡа сығанаҡтар менән раҫланмаған тарихтар, мәҫәлән, Король Артур легендаһы, ғәҙәттә мәҙәни ҡомартҡының өлөшө генә булып тора. | 174 |
Тарих | Тарих» һүҙе грек теленән ингән һәм wid-tor, сығышы менән праиндоевропа теленән. | 79 |
Тарих | Боронғо Грецияла «тарих» һүҙе хәҙерге мәғәнәләге тарихи белемде генә түгел, ә тикшереү юлы менән алынған һәр төрлө белемде белдергән. | 133 |
Тарих | Мәҫәлән, Аристотель был һүҙҙе үҙенең «Хайуандар тарихы»нда файҙаланған. | 71 |
Тарих | Шулай уҡ был һүҙ Гомер гимндарында, Гераклит әҫәрҙәрендә һәм Афина дәүләтенә ант биреү тексында ла осрай. | 105 |
Тарих | Бэкон өсөн тарих – сығанағы хәтер булып торған, урыны киңлектә һәм ваҡытта билдәләнгән предметтар тураһындағы белем. | 116 |
Тарих | Урта быуат Англияла «тарих» һүҙе хикәйә мәғәнәһендә ҡулланыла. | 62 |
Тарих | Тарих» термины үткән ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлеклеге булараҡ, XV быуат аҙағында инглиз телендә барлыҡҡа килгән, ә «тарихи» һүҙе XVII быуатта. | 137 |
Тарих | Германияла, Францияла һәм Рәсәйҙә ике мәғәнәлә лә элеккесә бер үк “тарих” һүҙе ҡулланыла. | 89 |
Тарих | Хәҙерге ваҡытта тарих тарих институттары көсө менән булдырыла. | 62 |
Тарих | Быуындар хәтерендә ҡалған бөтә ваҡиғалар ҙа, теге йәки был төп сығанаҡҡа таянып, тарихи хроника йөкмәткеһе булдыра. | 115 |
Тарих | Был үткәндәрҙе тергеҙеүҙә мөһим булған сығанаҡтарҙы асыҡлау өсөн кәрәк. | 71 |
Тарих | Архив сығанаҡтарынан тыш, тарихсылар ҡомартҡыларҙағы яҙыуҙар һәм һүрәттәр менән дә, риүәйәттәр һәм башҡа сығанаҡтар менән дә файҙаланырға мөмкин, мәҫәлән, археологик. | 166 |
Тарих | Археология, тарихи сығанаҡҡа бәйле булмаған сығанаҡтар биреүе менән тарихи тикшеренеүҙәр өсөн файҙалы. | 102 |
Тарих | Ул теге йәки был хәл-ваҡиға шаһиттарының мәғлүмәтен кире ҡағып йәки раҫлап ҡына ҡалмай, ә ваҡытлы осорҙарҙы мәғлүмәт менән тултырыу мөмкинлеге лә бирә. | 151 |
Тарих | Ҡайһы бер авторҙар тарихы — гуманитар, икенселәре — йәмғиәт фәндәренә ҡарай, йәки гуманитар һәм йәмғиәт фәндәре арһындағы өлкә булараҡ та ҡаралырға мөмкин. | 155 |
Тарих | Тарихты өйрәнеү йыш ҡына билдәле бер практик йәки теоретик маҡсат менән, һәм шул уҡ ваҡытта кешенең ғәҙәти ҡыҙыҡһыныуы менән дә бәйле була. | 139 |
Тарих | Тарихнамә» термины бер нисә мәғәнәгә эйә. | 41 |
Тарих | Беренсенән, ул тарихтың нисек яҙылыуы, тарих методологияһының ни тиклем дөрөҫ ҡулланылыуы һәм тарих белеменең үҫеше тураһындағы фән. | 132 |
Тарих | Икенсенән, ошо уҡ термин менән тарихи хеҙмәттәр йыйылмаһы билдәләнә. | 68 |
Тарих | Өсөнсөнән, «тарихнамә» термины менән конкрет тарихсыларҙың ҡараштарын, эштәрен өйрәнеүҙе (тарихи яҙмалар булдырыуҙың сәбәптәре, уларҙың тематикаһы, ваҡиғаларҙы интепретациялау алымы, авторҙың һәм уның аудиторияһының ныҡлы фекере, икенсе тарихсыларға ҡарата һылтанма биреү, дәлилдәрҙе файҙалана белеү анализлана) билдәләй... | 324 |
Тарих | Профессиональ тарихсылар кешелек тарихында берүк хикәйәләү булдырыу ихтималлығы тураһында ла фекер алыша. | 105 |
Тарих | Тарих фәлсәфәһе — фәлсәфәнең бер өлөшө, ул кешелек тарихының һуңғы һорауына яуап бирергә тырыша. | 96 |
Тарих | Тарих фәлсәфәһен тарихнамә менән бутарға ярамай. | 48 |
Тарих | Икенсе яҡтан, тарих фәлсәфәһен фәлсәфә тарихы менән ҡушырға кәрәкмәй. | 69 |
Тарих | Профессиональ тарихсылар шулай уҡ, тарихтың фәнме әллә инде ирекле сәнғәтме булыу мәсьәләһе буйынса ла фекер алыша. | 115 |
Тарих | Был бүленеш мөһим дәрәжәлә яһалма һанала, сөнки тарихты белем өлкәһе булараҡ, төрлө аспекттарҙа ҡарайҙар. | 105 |
Тарих | Тарихи алым тәүге сығанаҡтар һәм башҡа мәғлүмәттәр менән эшләгәндә тикшеренеүҙәр барышында табылған һәм тарихи хеҙмәт яҙғанда файҙаланылған принциптарға һәм ҡағиҙәләргә эйәреүҙән тора. | 184 |
Subsets and Splits
No community queries yet
The top public SQL queries from the community will appear here once available.